МУСЛИМОВ Павел Ильич (15.6. 1967, Өфө), спортсы. Биатлон б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1996). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). БДПИ‑ны (1997), БДУ‑ны (2001) тамамлаған. Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры П.К.Ямалиев). Олимпия уйындарының бронза призёры (1998), эстафетала Европа һәм Рәсәй (1994) чемп., Европа чемпионаттарының көмөш (1999) һәм бронза (2000) призёры, Бөтә донъя универсиадаһының көмөш призёры (1993), шәхси уҙышта Бөтә донъя универсиадаһы (1993) һәм Рәсәй (1996) чемп., “Төньяҡ байрамы” халыҡ‑ара ярыштарында еңеүсе (1993), биатлон б‑са спринтта (1995) һәм команда ярышында (1996) донъя чемпионатының көмөш призёры. Эстафетала саңғы ярыштары б‑са Бөтә донъя универсиадаһы чемпионы (1993). СССР (1991), БДБ (1992), Рәсәй (1993—2000) йыйылма командалары ағзаһы. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы м‑н бүләкләнгән (1998). 2001—06 йй. “Биатлон” спорт ком‑ плексы һәм биатлон б‑са респ. СДЮШОР‑ы, 2010 й. алып хәҙ. бишбәйге б‑са респ. СДЮСШОР‑ы дир., 2012 й. башлап БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт б‑са министр урынбаҫары. 

Тәрж. Бердина Ғ.Р.

 

Текст на русском языке