МУСИНА (Юлдашбаева) Римма Мөхтәр ҡыҙы [1.1.1937, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Әхмәр а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], йырсы (сопрано), вокал б‑са педагог. Проф. (1996). БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1986). Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1970; П.Л.Тронина класы) Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1971—2014 йй. ӨДСА‑ла уҡыта. Киң диапазонлы һәм йомшаҡ тембрлы тауышҡа эйә. Репертуарында сит ил (Х.Вольф, Г.Малер, Р.Шуман) һәм ватан (Т.Ш.Кәримов, К.Й.Рәхимов, С.В. Рахманинов, Г.В.Свиридов, Р.М.Яхин) композиторҙарының камера вокаль әҫәрҙәре, “Ғилмияза”, “Зөлхизә”, “Сәлимәкәй” башҡ. халыҡ йырҙары һ.б. Уҡыусылары араһында РФ‑тың атҡ. артисы А.Волкова, Ф.Ә.Килдейәрова, СССР‑ҙың мәғариф отличнигы, БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы Л.З. Муллабаева, БР‑ҙың атҡ. артистары Н.В. Басирова, Р.С. Ишбаев, Е.А. Калинина, А.М.Солтанова, Ғ.М.Фазуллин, Н.З.Хәбибуллина. 10-ға яҡын фәнни‑методик хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: О соотношении поэтического и музыкального текстов в исполнении романсов Х.Ахметова // Вопросы камерного ансамблевого исполнительства: сб. ст. Уфа, 2001 (авторҙ.). 

Н.В.Сутормина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке