МУСИНА Ольга Геннадьевна (13.4. 1965, Өфө), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1993) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1995). ӨДСИ‑не (1990; Ғ.Ғ.Ғиләжев, Ф.Ҡ. Ҡасимова курсы), Борис Щукин ис. Театр ин‑тын (Мәскәү, 2005; Л.Е.Хейфец курсы) тамамлаған. 1990 й. алып БР Милли Йәштәр театры актрисаһы, бер үк ваҡытта 1990—99 йй. һәм 2009 й. алып ӨДСИ-лә уҡыта. Музыкаль һәләткә, темпераментҡа, сәхнәлә образды аныҡ аңлап тамашасыға еткереү оҫталығына эйә. Репертуарында лирик‑драматик һәм үҙенсәлекле ролдәр бар: Дездемона (“Отелло”, У.Шекспир), Финия (“Иҫәркәй” — “Дурочка”, Лопе де Вега), Принцесса (“Ябай мөғжизә” — “Обыкновенное чудо”, Е.Л.Шварц), Екатерина II (М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” пьесаһы б‑са “Салауат” спектакле), Полина Андреевна (“Аҡсарлаҡ” — “Чайка”, А.П.Чехов), Иветта (“Кураж әсә һәм уның балалары” — “Мамаша Ку‑ раж и её дети”, Б.Брехт); М.Бартенев м‑н А.Усачёвтың “Настяға ғишыҡ тотоу” (“Страсти по Насте”; 1997), В.С.Розовтың “Мәңге тереләр” (“Вечно живые”), Х.К.Андерсендың “Сыҙамлы ҡурғаш һалдат” (“Стойкий оловянный солдатик”; икеһе лә — 2005), Д.Сингтың «Герой, йәки “Ҡыйыу егет — Көнбайыш илдәре ғорурлығы” » («Герой, или “Удалой молодец — гордость Запада”»; 2006) һ.б. спектаклдәрен ҡуя. 

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке