МУСИН Ноғман Сөләймәнулы [17.7.1931, БАССРҙың Маҡар рны Ҡолғона а. (БРҙың Ишембай рны)], яҙыусы. БРҙың халыҡ яҙыусыһы (2001), БАССРҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙмре (1981), Рәсәйҙең тәбиғәтте һаҡлау отличнигы (1977). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1963). Стәрлетамаҡ уҡытыусылар интын (1951), БДУны (1966) тамамлаған. 1948— 49 йй. һәм 1954—58 йй. тыуған ауылында уҡыта; 1951 й. Маҡар районы халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы; 1953—54 йй. һәм 1962— 65 йй. “Совет Башҡортостаныгәз. хеҙмре; 1958—61 йй. “Ағиҙелж. яуаплы секретарь, бүлекмөдире, 1965—69 йй. һәм 1973—75 йй. бүлек мөдире; 1970—73 йй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһының әҙәби консультанты; 1975—85 йй. Башҡн китап нәшриәте мөхәррире. “Зөһрәисемле тәүге китабы 1960 й. сыға. Әҫәрҙәре мауыҡтырғыс булыуы, тәрән сюжет драматизмы, психологизмымна йырылып тора. Яҙыусының ижадында кеше мн тәбиғәттең үҙара мөнәсәбәте төп урынды биләй. Әҫәрҙәрендә йышҡына кешенең тәбиғәткә булған мөнәсәбәте геройҙарҙың әҙәпәхлағын баһалау критерийы булып тора: “Мәңгелек урмандилогияһы (1976—1978; урыҫ сатәржемәһе Вечный лес”, 1981—1984; ш. уҡ исемле документаль фильм төшөрөлә, 2006; реж. Д.Б.Арыҫланова) һәм Зәңгәр тауҙааҡ болан” (1980), “Яҙғы ташҡындар алдынан” (1985), “Таң менән сыҡ юлдарға” (1988) романдарынан торған трилогияһы. “Өҙәремюл кешеләре” (1970) романында, “Ауылым юлы” (1963), “Төпкөлдән төшкән килен” (1981; ш. уҡ исемле нәфис фильм төшөрөлә, 1982; реж. Р.М.Арыҫланов) һ.б. повестарында башҡ. ауылының киләсәге тдағы уйланыуҙар сағылыш тапҡан. “Һуңғы солоҡроманының, “Йыртҡыс тиреһеповесының (ике һелә — 1996) төп темаһыйәмғиәт тә барған соц.әхлаҡи катаклизм шарттарында шәхес яҙмышы, дәүерҙәр һәм быуындарҙың үҙара мөнәсәбәте. Башҡ. батыры Алдарға арналған Шунда ята батыр һөйәге” (2000) тарихи романында 17 б. аҙ. — 18 б. беренсе ярт. соц.-сәйәси ваҡиғалар һүрәтләнә. Әҫәрҙәре урыҫ, татар, яҡут һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Р.Ә.Мәҡсүтов, А.П.Филиппов, А.П. Чехов һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. БРҙың Китап һөйөүселәр йәмғиәте идараһы рәйесе (1986— 91). БССРҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт прлауреаты (1991). “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2011), Салауат Юлаев (2007) орд. мн бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Ихлас күңелдән һөйләшеү: ижади портреттар, очерктар, әҙәби тәнҡитмәҡәләләре. Өфө, 1990; Һайланма әҫәрҙәр: 10 томда. Өфө, 2003— 2015; Когда занималась заря: повести и рассказы. М., 1986.

Әҙәб.: В а х и т о в Ә. Таланттың асылы. Өфө, 1972; Ҡ о л м о й Я. Хәтер хазинаһы. Өфө, 1996. 

Р.Н.Байымов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке