МУСАҠАЕВА (Рысаева) Лилиә Зиннур ҡыҙы (7.5.1976, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996). Хәҙ. гуманитар ин‑ттың Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған (Мәскәү, 2002). “Каучук” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Стәрлетамаҡ; тренеры П.И.Никитин). Рәсәй чемп. һәм Рәсәй кубогын яулаусы (икеһе лә — 1998, 2000), ике бәйге б‑са Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре чемп. (2001); Рәсәй чемп. (1996—97; 2 тапҡыр 2002 һәм 2003 йй.), ырғым һәм ерҙән сөйөү б‑са Рәсәй кубоктарын яулаусы (1999; 2 тапҡыр, 2001). Ҡатын‑ҡыҙҙар араһында 58 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында Рәсәй рекордсыһы (1998, 2002 — ерҙән сөйөү б‑са; 1998, 2000 — ике бәйгелә). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1999—2003). 

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке