МУРДУСКИН Роберт Александрович (17.3.1947, ТАССР‑ҙың Хорновар‑Шигали а.), тренер. Шайбалы хоккей б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1996), СССР‑ҙың спорт мастеры (1973). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын (1979) тамамлаған. “Көньяҡ Урал” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Орск ҡ.; тренеры В.М.Бовдуй). Салауат Юлаевисемендәге спорт клубы (1967— 82), “Металлург” (Магнитогорск ҡ., 1982—85) командалары өсөн уйнай. Халыҡ‑ара “Шахтёр кубогы” турниры (Польша, 1972) еңеүсеһе. 1985 й. алып “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ының тренер‑уҡытыусыһы, 1994 й. — “Новойл” командаһының (Өфө) баш тренеры, 1997 й. — “Салауат Юлаев” хоккей клубының өлкән тренеры, 2006—08 й. “Торос” командаһы тренеры (Нефтекама ҡ.). М. етәкс. “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ының үҫмерҙәр командаһы Рәсәй беренселегендә көмөш призёр була (1993). Тәрбиәләнеүселәре араһында халыҡ‑ара класлы спорт мастеры А.Ю.Зюзин.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке