МУЛЛАГИЛДИН Ришат Усман улы (3.2.1969, Өфө), архитектор. Рәсәй архитекторҙар союзы ағзаһы (1999). Мәскәү архитектура интын тамамлаған (1995). Шибаур технологик интында стажировка үтәһәм уҡый (1997—2000), Кейо унтында уҡый (2000—05; икеһе лә — Токио, етәксеһе Риичи Мияке). 1994 й. алып “Моспроект2” йәмәғәт биналарын һәм ҡоролмаларын проектлау бса идаралығы, 1997 й. — “Kajima Design”, 1998—99 йй. “Nihon Sekkei” проект фирмалары архитекторы, бер үк ваҡытта 1999—2001 йй. Шибаур технологик интыныңөтәһе лә — Япония) архитектор-инструкторы, 2005 й. башлап “RAUM Architects” ЯСЙ президенты, бер үк ваҡытта 2008 й. алып “RAUM Design” ЯСЙ (икеһе ләӨфө) директоры. Өфөлә М. проекттары бса Ағиҙел й. уң ярының көньяҡ битләүендәҡала төҙөлөшө эштәре башҡарыла (2005 й. алып), Конгресс-холлбинаһы төҙөлә, “Аҡбуҙат” ипподромына реконструкция (икеһе лә — 2007; бөтәһе лә — Киоказу Араи мн берлектә, “Arai Architects”, Токио) яһала. Архитектура, ҡала төҙөлөшө һәм дизайндың актуаль мәсьәләләренә арналған 20нән ашыу фәнни хеҙмәт, күргәҙмә каталогтары, “Рәсәй архитектураһы буйынса белешмә” йыйынтығы (“Путеводитель по российской архитектуре”; Токио, 2002; япон телендә) авторы. “ARX Awards” (2006, 2007; икеһе лә — Мәскәү), “AIDA Awards” (Токио, 2011) милли пр., БРҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (2008) лауреаты.

Х е ҙ м.: В поиске архитектурных символов города //Архитектурный вестник. 2007. №2. Әҙәб.: Звёздные проекты “РАУМ Арчитектс” //Новый облик Республики Башкортостан: каталог. Уфа, 2008. 

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке