МУЗЫКАЛЬ ФЕСТИВАЛДӘР ҺӘМ КОНКУРСТАР. Музыкаль конкурстар, проф. музыканттарҙың (башҡарыусылар, композиторҙар, коллективтар) алдан иғлан ителгән шарттар б‑са уҙғарылған ярыштары. Башҡортостанда тәүге тапҡыр 1968 й. Өфөлә Ғ.Әлмөхәмәтов ис. призға Респ. йәш йырсылар конкурсы ойошторола (өҙөклөктәр м‑н 1984 й. тиклем үткәрелә, 1997 й. Ғ.Әлмөхәмәтов ис. Асыҡ респ. вокалистар конкурсы булараҡ тергеҙелә). Конкурс лауреаттары һәм дипломанттары араһында проф. вокалистар һәм Башҡортостандың төрлө райондарынан килгән үҙешмәкәр сәнғәт ижадында ҡатнашыусылар. Респ.: БР‑ҙың йәш (үҫмер) музыканттарының асыҡ конкурсы (1978 й. алып, БР‑ҙың төрлө ҡалаларында үтә), Асыҡ үҫмер композиторҙар конкурсы (1980), оркестрҙар һәм ансамблдәрҙең смотр-конкурсы (1988), “Яҙғы моңдар” башҡ. йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (1992), З.Исмәғилев призына үҫмер музыканттарҙың конкурсы (1994), Б.В. һуғышындағы Еңеүгә арналған муз. әҫәрҙәр конкурсы (1995; бөтәһе лә — Өфө); бөтә Рәсәй: эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ағиҙел” (Өфө, 1990 й. алып), академик хор дирижёрҙары (Салауат ҡ., 1992), йәш музыканттар (1993 й. алып, төрлө ҡалаларҙа) конкурстары; “Ирәндек моңдары” Төбәк-ара башҡ. йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (Сибай ҡ., 1996 й. алып); халыҡ‑ара: “Урал моңо” төрки йәштәре муз. ижадының конкурс‑фестивале (1992 й. алып), Н.Сабитов ис. Асыҡ башҡарыусы- музыканттар конкурсы (1995 й. алып), З.Исмәғилев ис. башҡарыусы‑музыканттар конкурсы (2007 й. алып), “Һары ботинкалар” (“Жёлтые ботинки”) Асыҡ балалар һәм үҫмерҙәр джаз музыкаһы конкурсы (2008 й. алып, 2013 й. — халыҡ- ара; бөтәһе лә — Өфө) үткәрелә.

Музыкаль фестивалдәр, билдәле тематика һәм башҡарыу сәнғәте төрө м‑н берләштерелгән концерттар һәм спектаклдәр циклынан тора. Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыкаһы фестиваленең үткәрелеүе респ. мәҙәни тормошонда ҙур ваҡиға була. Башҡортостанда респ. музыка фестивалдәре: “Мистер джаз” джаз музыкаһы балалар фестивале, “Джазлендҡа сәйәхәт” (“Путешествие в Джазленд”) балалар һәм үҫмерҙәр фестивале (икеһе лә — 1999), боронғо һәм хәҙ. заман камера музыкаһы фестивале (2001); халыҡ-ара: “Өфөлә Шаляпин кисәләре” опера сәнғәте фестивале, “Ағиҙел” (“Белая река”) симфоник һәм хор музыкаһы фестивале (1993 й. алып), “Ал ҡаплан” (“Розовая пантера”) джаз фестивале (1995), камера һәм орган музыкаһы фестивале (2002), “Джаз Мастер” джаз музыкаһы фестивале (2005; бөтәһе лә — Өфө) һ.б. үткәрелә. Өфөлә Бөтә Рәсәй пианистар конкурсы (1985), БАССР‑ҙа Совет музыкаһы байрамы (1981), Бөтә Союз хәҙ. заман эстрада музыкаһы фестивале (1985), “Ирина Архипова тәҡдим итә” (“Ирина Архипова представляет”) Халыҡ‑ара опера фестивале (1994), М.И.Глинка ис. Халыҡ-ара вокалистар конкурсы (1995), Халыҡ‑ара орган сәнғәте фестивале (2007), “Өфө—Зальцбург” (“Уфа—Зальцбург”) Халыҡ‑ара музыка фестивале (2011—13) һ.б. уҙғарыла. 

Ғ.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке