МУЗЫКАЛЬ КОМЕДИЯ, комедия сюжетына ҡоролған муз.‑сәхнә әҫәре; опера‑буффа, зингшпиль, комик опера, водевиль кеүек жанрҙарға бүленә; йыш ҡына опереттаның синонимы булараҡ та ҡабул ителә. М.к. опереттанан төп айырмаһы: был әҫәрҙәге күренештәргә бәйле булмаған муз. номерҙарҙың (йыр, хор, инструменталь) индерелеүе. Башҡ. М.к. халыҡтың көндәлек тормошо мәрәкәләре нигеҙендә барлыҡҡа килә. Тәүге М.к. Х.К.Ибраһимов тарафынан яҙылған: “Башмағым”, “Пианино мәсьәләһе” (1922), “Зөлхәбирә” (1924) әҫәрҙәрендә яңы тормошҡа ҡаршы торған байҙар һәм руханиҙарҙы фаш итеү төп тема булып тора. Күренештәрҙә авторҙың халыҡ музыкаһына нигеҙләнеп ижад иткән йырҙары һәм көйҙәре яңғырай. З.Ғ.Исмәғилевтең “Ҡоҙаса” (1959; Б.Бикбай пьесаһы б‑са) комедияһы ябай һәм тәьҫирле муз. теле м-н айырылып торған сағыу музыкаһы халыҡ көнкүрешен һүрәтләгән күренештәр м‑н тәбиғи яраша. Фольклор, күмәк, эстрада йыр һәм бейеү кеүек башҡорт музыкаһы жанрҙарының интонация, лад элементтарына таяныу, характерлы сюжет Ш.З.Ҡолбарисовтың “Эх, Өфө ҡыҙҙары” (1969; И.Ә.Абдуллин пьесаһы б‑са), “Еҙнәкәй” (1983; Ибраһимов пьесаһы б‑са) М.к. милли үҙенсәлеген билдәләй. 

Е.Р.Скурко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке