МУЗЫКА МӘКТӘБЕ №1, өҫтәмә белем биреү учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. 1920 й. В.И.Шиманская м‑н М.И.Андржеевскаяның 2 шәхси музыка мәктәптәре нигеҙендә 2‑се баҫҡыс Беренсе Дәүләт музыка мәктәбе булараҡ асыла. 1971 й. алып Н.Сабитов ис. Беренсе Өфө балалар музыка мәктәбе, 1993 й. — Н.Сабитов ис. 1‑се Өфө балалар музыка мәктәбе, 1999 й. — Н.Сабитов ис. 1‑се балалар музыка мәктәбе. Һуҡыр балалар өсөн 28‑се мәктәп-интернаты (1968 й. алып), М.Кәрим ис. 158‑се башҡ. гимназияһы (2006; икеһе лә — Өфө) эргәһендә филиалдары бар. 1992 й. мәктәптең “Ләйсән” бүлексәһе асыла, ул ш. уҡ исемле балалар хоры студияһы нигеҙендә булдырыла. Китапханаһы, тауыш яҙҙырыу студияһы, лекторийы бар. 8 бүлектән тора: вокаль‑хор (яңғыҙ һәм хор м‑н йырлау), халыҡ (аккордеон, балалайка, баян, гитара, думбыра), ҡыллы (виолончель, скрипка), тынлы музыка ҡоралдары (гобой, кларнет, саксофон, торба, флейта), фольклор (думбыра, ҡумыҙ, ҡурай, халыҡ йырын башҡарыу), эстрада (эстрада оркестры музыка ҡоралдары һәм яңғыҙ йырлау), теория һәм фортепиано. Мәктәптә баянсылар һәм аккордеонсылар оркестры — “Башҡортостан — Урал ынйыһы” (“Башкортостан — жемчужина Урала”) Респ. халыҡ ижады форумы лауреаты (Өфө, 2005); “Дуҫлыҡ” башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары фольклор ансамбле — “23 апрель” Халыҡ-ара балалар ижады фестиваль-конкурсы (Истанбул ҡ., 2005; Анталия ҡ., 2007; икеһе лә — Төркиә), “Сулпылар” Респ. телевизион конкурсы (Өфө, 2005), “Өфө — Башҡортостан халыҡтарының дуҫлығы һәм берҙәмлегенең баш ҡалаһы” (“Уфа — столица дружбы и единства народов Башкортостана”) Ҡала мәҙәниәт һәм сәнғәт фестивале лауреаты; “Аманат” ҡурайсылар ансамбле; “Тылсымлы саксофон” саксофонсылар ансамбле; скрипкасылар ансамбле — Ҡала ҡыллы ансамблдәр һәм оркестрҙар фестивале лауреаты (Өфө, 2002); хорҙар — Ҡала балалар хор коллективтары ҡала конкурсы лауреаты (Өфө, 2004) эшләй. М.м. №1 м‑н М.А.Зайдентрегер, Р.Ғ.Ҡасимов, Н.Ғ.Сабитов, Е.П.Сеферова, М.Г.Файн, В.Х.Штегман һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Мәктәптә 100‑гә яҡын уҡытыусы һәм концертмейстер эшләй, уларҙың күбеһе маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Мәктәпте 4,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2013), улар араһында Л.И.Алексеева, Н.Ф.Ғарипова, Р.М.Ғөбәйҙуллин, А.Т.Кәримов, С.Ә.Низаметдинов, Н.Ғ.Сабитов, Р.Н.Сабитов, С.Р.Сәлмәнов, А.Р.Сәлмәнова, Р.Ғ.Хәбибуллин, Н.Ғ.Хәмиҙуллина, С.Ғ.Хәмиҙуллина, М.М. Хисмәтуллин, С.Г.Шаһиәхмәтова, М.Е.Швайштейн, Р.Ю.Шәйхетдинов, М.Х.Әхмәтов. Мәктәп уҡыусыларының күбеһе халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, респ. конкурстары һәм фестивалдәре лауреаты. Сәнғәт институты, Сәнғәт училищеһы, Музыка колледжы м‑н хеҙмәттәшлек итә. Мәктәп бинаһы — 19 б. аҙ. ҡараған архитектура ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: Детские школы искусств — достояние Российского государства. М., 2007. 

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке