МУЗЫКА КОЛЛЕДЖЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1972 й. Сәнғәт институты эргәһендәге урта махсус музыка мәктәбе булараҡ асыла, 1993 й. алып мәктәп-лицей, 2004 й. — урта махсус Музыка колледжы. Сибай ҡ. филиалы бар (1994). Уҡытыу музыка ҡоралында башҡарыу (бүлектәре: халыҡ оркестры музыка ҡоралдары, тынлы һәм һуҡма оркестр музыка ҡоралдары, ҡыллы оркестр музыка ҡоралдары, фп.) һәм музыка теорияһы һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, интернаты, концерт һәм спорт залдары бар. Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары, рус халыҡ музыка ҡоралдары, фольклор, скрипкасылар, виолончелистар ансамблдәре; баянсылар, камера, тынлы музыка ҡоралдары оркестрҙары, халыҡ музыка ҡоралдары камера оркестры эшләй. Уҡыу йорто м‑н Э.З.Ғәйфуллин, И.И.Хисаметдинов, М.Е.Швайштейн, А.А.Шисман, Р.Ю.Шәйхетдинов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 500‑гә яҡын белгес әҙерләнгән (2013), улар араһында В.Л.Мортазин, С.Г.Чипенко. М.к. уҡыусылары араһында 204 — халыҡ-ара, 163 — бөтә Рәсәй, 250 республика конкурстары лауреаты бар. Колледждың Ленин урамы, 12‑се йорттағы бинаһы (1860 й. төҙөлгән) — архитектура ҡомартҡыһы, Пушкин урамы, 104‑се йорттағыһы (ҡара: Ногарёв А. йорттары) — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы

Р.С.Рахманғолов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке