АҠҺЫЛ ОРТОТРИХУМ (Orthotrichum pallens), мүк һымаҡтар төрө. Бейеклеге 1 см тиклем булған йыйнаҡ, асыҡ йәшел кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ бер өйлө ос емешле мүк. Япрағы ланцет формаһында, осо тупаҫ, ситтәре төрөлгән. Һеңерсәһе япраҡтың осона тиклем етә. Ҡумтаһы кире йомортҡа формаһында, тәрән бураҙналы, ике ҡыйғаслы, конус һымаҡ, шыма ҡалпаҡлы, яртыһына тиклем ос япраҡтарға күмелгән. Споралар м‑н үрсей. Киң япраҡлы урманда ҡарт йүкә ағастарында үҫә. Бәләбәй (Өҫән-Ивановка а. төньяҡ-көнсығышҡа табан), Дәүләкән (Асылыкүл тәбиғи паркы), Илеш (Исәмәт а. көньяҡ-көнбайышҡа табан) р‑ндарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Э.З.Байышева

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке