МУЗЫКА ҒИЛЕМЕ, муз. сәнғәтте төрлө аспекттарҙа (тарихи, теоретик, муз. тәнҡит һ.б.) өйрәнеүсе фән; сәнғәт ғилеменең бер тармағы. Революцияға тиклемге осорҙа Башҡортостанда музыка т‑дағы тәүге мәҡәләләр концерт тормошона арнала. Ситтән килгән музыканттарҙың (татар йырсылары Ф.Латипов, К.Мутыги, С.Әхмәҙиев, гармунсы Ф.К.Туишев һ.б.) гастролдәре т‑дағы мәғлүмәттәр м‑н бер рәттән, урындағы артистарҙың һәм башҡарыусыларҙың сығыштары яҡтыртыла. Ш.Бабич, М.Ғафури, Х.Килдебәки, С.Л.Рәмиев һ.б. сығыштарында милли мәҙәниәт һәм муз. сәнғәттең үҫеш тарихы сағыла. Революциянан (1917) һуң С.Ғәбәши, М.В.Кугушева, И.В.Салтыков, Ғ.С.Әлмөхәмәтовтың муз.-ағартыу эшмәкәрлеге киң ҡолас ала. Әлмөхәмәтовтың “Башҡорт сәвит музыкаһы тыуҙырыу өсөн көрәш юлында” (1933) очеркы музыка ғилеме б‑са тәүге хеҙмәт була. Республикала М.ғ. формалашыуына Л.Н.Лебединский, Ә.И.Харисов, Н.А.Шумская, Х.Ф.Әхмәтов эшмәкәрлеге булышлыҡ итә, улар башҡ. музыка мәҙәниәтенә арналған эштәрҙең авторҙары булып тора: Лебединскийҙың “Башҡортостан композиторҙары” (“Композиторы Башкирии”; 1955) һәм “Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре” китаптары, “РСФСР-ҙың автономиялы республикаларының музыкаль мәҙәниәте” (“Музыкальная культура автономных республик РСФСР”; 1957) йыйынтығында Шумскаяның “Башҡорт АССР‑ы” (“Башкирская АССР”) мәҡәләһе, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығы. Н.Ш.Ғөбәйҙуллиндың “Башҡорт совет музыкаһы тарихы” (“История башкирской советской музыки”; 1968) ғилми хеҙмәт материалдары күп томлы “СССР халыҡтары музыкаһы тарихы” (“История музыки народов СССР”; 1—5 т., 1970— 1974) йыйынтығына индерелә. Башҡ. китап нәшриәте тарафынан сығарылған Л.П.Атанованың Әлмөхәмәтов, М.М.Вәлиев, Р.Л.Ғәбитов, Х.Ш.Заимов, Р.Ә.Мортазин т‑да; М.З.Бәшировтың К.Й.Рәхимов; Шумскаяның Әхмәтов; Н.Ғ.Сабитовтың Р.В.Сәлмәнов; Ә.Һ.Бикчәнтәевтең Сабитов; Ш.М.Бикмөхәмәтовтың Ш.Ш.Ибраһимов; Р.Х. Хәйруллиндың “Башҡортостандың опера сәнғәте оҫталары” (“Мастера оперного искусства Башкирии”), “Башҡортостандың балет сәнғәте оҫталары” (“Мастера балетного искусства Башкирии”), М.Х.Хисмәтуллин; Б.Бикбайҙың “Халыҡ йырсыһы Хәбир Ғәлимов”; Р.Р.Әхмәҙиеваның Ғ.С.Хәбибуллин, Б.Н.Вәлиева т‑да брошюраларында 60—70‑се йй. композиторҙар ижады һәм башҡарыу сәнғәтенең әүҙем үҫеше сағыла. Республиканың муз. тормошо ваҡиғалары Э.М.Давыдова, Х.С.Ихтисамов, Ф.Х.Камаев, Һ.С. Сәйетов, Н.В.Әхмәтйәнова, Г.Х.Әхмәтова һ.б. публикацияларында яҡтыртыла. 70—90‑сы йй. башҡ. проф. һәм халыҡ музыкаһы мәсьәләләренә арналған ғилми хеҙмәттәр йыйынтыҡтары нәшер ителә: “Фәнни-методик яҙмалар” (“Научно-методические записки”), “Музыка ғилеме мәсьәләләре” (“Вопросы музыковедения”), “Сәнғәт белеме мәсьәләләре” (“Вопросы искусствознания”), “Сәнғәт ғилеме мәсьәләләре” (“Вопросы искусствоведения”), “Башҡорт музыкаль мәҙәниәте тарихы мәсьәләләре” (“Вопросы истории башкирской музыкальной культуры”) һ.б., уларҙың авторҙары араһында Л.И.Алексеева, Г.С.Галина, Н.Ф. Ғарипова, Н.А.Еловская, Р.Х.Исламғолова, Е.К.Карпова, С.Й.Кәримова, В.К. Ланге, М.Ғ.Мортазина, Т.М.Русанова, М.П.Фоменков, Р.Ю.Шәйхетдинов, Ғ.Н.Әхмәҙиева һ.б.; ноталар йыйынтыҡтары, респ. вуз-ара, төбәк һәм халыҡ-ара фәнни-практик конференциялар материалдары һ.б. Урыҫ һәм хәҙ. заман ватан музыкаһы тарихы мәсьәләләренә Т.С.Угрюмова, Г.А. Некрасова, Н.А.Спектор, С.М. Платонова, Н.Ю.Жоссан; муз.‑тарихи тыуған яҡты өйрәнеүгә — Н.Ф.Ғарипова, Карпова; муз. сәнғәттең теоретик аспекттарына — И.В.Алексеева, Э.Р. Симонова, Е.Р.Скурко, Л.Н. Шәймөхәмәтова, В.А.Шуранов; башҡ. муз. фольклоры мәсьәләләренә Р.Т.Ғәлимуллина, Камаев, Р.Ғ.Рәхимов, Фоменков, Әхмәтйәнова хеҙмәттәре арналған. Ш.А. Мәсәғүтовтың “Ҡурайҙан операға тиклем. Заһир Исмәғилев” (“От курая до оперы. Загир Исмагилов”; 1967), Әхмәтованың “Нариман Сабитов” (1982) монографик характерҙағы эштәре донъя күрә. Атанованың “Башҡортостан композиторҙары” (“Композиторы Башкирии”; 1982), Давыдованың “Совет Башҡортостаны композиторҙары” (“Композиторы Советской Башкирии”; 1987), ш. уҡ “Профессиональ башҡорт музыкаһы” (“Башкирская профессиональная музыка”; 1994) тәүге биографик белешмәләр; “Социализм үҫешкән осорҙағы Башҡорт АССР‑ының музыкаль сәнғәте” (“Музыкальное искусство Башкирской АССР в период развитого социализма”; 1985) библиографик; “Башҡорт халыҡ музыкаһы” (“Башкирская народная музыка”; 1988; төҙөүсеһе Әхмәтйәнова) нотографик күрһәткестәр нәшер ителә. 90‑сы йй. аҙ. алып музыка ғилеме әҙәбиәтенең жанрҙар диапазоны киңәйә: фольклористика б‑са монографиялар — Әхмәтйәнованың “Башҡорт инструменталь музыкаһы. Мираҫ” (“Башкирская инструментальная музыка. Наследие”; 1996), Рәхимовтың “Башҡорт монодияһының фактураһы. Инструменталь башҡарыу” (“Фактура башкирской монодии. Инструментальное исполнительство” (1998), Галинаның “Башҡорт бәйеттәре һәм мөнәжәттәре: тематика, поэтика, мелодика” (“Башкирские баиты и мунажаты: тематика, поэтика, мелодика” (2006); фольклор йыйынтыҡтары — “Бишек йыры” (1994; төҙөүсеһе А.М.Ҡобағошов), “Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр‑риүәйәттәре” (1997; төҙөүсеһе Ф.А.Нәҙершина); муз.‑әҙәби‑видео йыйынтыҡтары: “Халҡым йыры” (1995; төҙөүсеһе Ф.Ә.Килдейәрова); фәнни‑популяр баҫмалар — “Башҡорт халыҡ музыка сәнғәте” (1—3‑сө сығарылыш, 2001—2005; төҙөүсеһе Р.С.Сөләймәнов), “Башҡорт халыҡ оҙон көйҙәре” (“Башкирские народные протяжные песни”, 2007; төҙөүсеһе Л.Ҡ. Сәлмәнова), Әхмәтйәнованың “Башҡорт этномузыкологияһы” (“Башкирская этномузыкология”; 2008), “400 башҡорт халыҡ йыры” (“400 башкирских народных песен”, 2011; төҙөүселәре Камаев, Н.Д.Шоңҡаров), Р.А. Заһретдиновтың “Башҡорт өзләүе мәктәбе” (“Школа башкирского горлового пения”, 2011; башҡ., урыҫ һәм инглиз телдәрендә), А.М.Ҡобағошовтың “Ҡурай” (“Курай”; 2012) һ.б.; комп. ижады б‑са тикшеренеүҙәр — Галинаның “Хөсәйен Әхмәтов” (“Хусаин Ахметов”; 1994), “Заһир Исмәғилев” (“Загир Исмагилов”; 1997), Скурконың “Башҡорт академик музыкаһы: традициялар һәм заман” (“Башкирская академическая музыка: традиции и современность”; 2005), Л.Р.Латипованың “Маэстро өсөн көҙгө” (“Зеркало для маэстро”; 2007), Әхмәтованың “Тыуған Уралдың маэстроһы” (“Маэстро родного Урала”; 2010); белешмә баҫмалар — “Башҡортостан Республикаһының композиторҙары һәм музыка белгестәре” (“Композиторы и музыковеды Республики Башкортостан”; 2011), “Башҡортостандың операһы һәм балеты” (“Опера и балет Башкортостана”; 2012); дәреслектәр — “Башҡорт музыкаһы тарихы буйынса очерктар” (“Очерки по истории башкирской музыки”; 1—3‑сө сығарылыш, 2001, 2006, 2012), М.С.Алкиндың “Башҡорт йыры” (2002), дөйөм белем биреү мәктәптәренең 7—10 кластары өсөн “Башҡортостан мәҙәниәте” (“Культура Башкортостана”, “Музыка сәнғәте” бүлеге; 2002—2005); балалар музыка мәктәптәре өсөн “Башҡорт музыка әҙәбиәте” (“Башкирская музыкальная литература”; 2005); ваҡытлы матбуғатта (ҡара: “Рампа. Культура Башкортостана”, “Тамаша”, “Ватандаш”, “Проблемы музыкальной науки”) һ.б. мәҡәләләр баҫып сығарыла. 

Г.С.Ғәлина, Ғ.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке