МУЗЫКАБЕЛЕМЕБИРЕҮ, музыкаөлкәһендә системалаштырылған белем, күнекмәләрҙе үҙләштереү процесы һәм һөҙөмтәһе; муз. уҡытыуҙы ойоштороу системаһы. Дөйөм (үҙешмәкәр эшмәкәрлек өсөн) һәм махсус (композиторлыҡ, пед., фәнни, башҡарыу эшмәкәрлеге өсөн) М.б.б. айырып йөрөтәләр. Революцияға тиклем Башҡортостанда музыка өйҙә уҡытыла, М.И.Андржеевскаяһәм В.И.Шиманскаяның шәхси музыка мәктәптәрендә, Урыҫ музыка йәмғиәтенеңӨфө бүлексәһе эргәһендәге музыка кластарында өйрәнелә, уҡытыусылар О.Я.Абрамович (вокал), Г.Л.Бродский (виолончель), Б.Г.Гайсинский (скрипка), М.В.Кугушева, С.И.Михневич, С.В.Перфильева (фп.) ҡатнашлығында белем биреү системалы, яҡшы ойошторолған методика бса алып барыла. Дөйөм М.б.б. гимназияларҙа, реаль училищеларҙа, дини уҡыу йорттарында (ҡара: Дини белем биреү) ҙур иғтибар бүленә. Ул осорҙағы күренекле музыкант-педагогтар араһында — пианист һәм дирижёр Л.К.Новицкий, скрипкасы Д.Н.Севастьянов, пианист В.Д.Паршина, дирижёр һәм флейтист С.П.Копылов, “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең музыка уҡытыусыһы В.Клеменц һ.б. Махсус М.б.б. формалашыуы Музыка мәктәбе №1, Сәнғәт училищеһы, Чайковский П.И. исемендәге Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһы асылыуға бәйле. М.б.б. юғары баҫҡысы үҫешендә Гнесиндар ис. Муз.пед. интыныңӨфө уҡытыу- консультация пунктының асылыуы (1961) ҙур роль уйнай, ул Сәнғәт институтын ойоштороуға нигеҙ була. БРҙа М.б.б. өс кимәлле системанан тора: башланғыс (балалар музыка мәктәптәре һәм сәнғәт мәктәптәре, ш. иҫ. Әлмөхәмәтов Ғ. исемендәге гимназияинтернат); урта махсус (Музыка колледжы, Салауат музыка колледжы, Октябрьский музыка училищеһы, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһы һ.б.) һәм юғары (ӨДСИ) белем биреү. Бөтә музыка уҡыу йорттарында ла башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары (ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, ҡыл ҡумыҙ) кластары һәм халыҡ йырҙарын башҡарыусылар кластары бар. Педагогия колледжы №2, Сибай педагогия колледжында, Педагогия университетында, БДУның Сибай ҡ. филиалында дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн музыка уҡытыусыларын әҙерләйҙәр. ӨДСИ эргәһендә аспирантура, ассистентурастажировка, докторантура һәм квалификацияны күтәреү фты, 2001 й. шунда уҡ Л.Н.Шәймөхәмәтова етәкс. муз. семантиканың фәнни лаб. ойошторола.

Ғ.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке