МӨХӘМӘТЙӘНОВ Фәнил Зөлфәҡәр улы (23.6.1972, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Олокүл а.), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ- ара класлы спорт мастеры (1997). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1998). Урал физик культура акад. тамамлаған (2005). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.А.Кушнир), 1997— 2005 йй. “Ирбис” спорт клубы һәм Юғары спорт оҫталығы мәктәбе (тренеры Б.И.Шейко) өсөн сығыш яһай. Донъя (1999, 2003), Европа (1998, 2001—04) һәм Рәсәй (1997, 1999, 2001, 2003) чемп., Рәсәй кубоктарын яулаусы (1996, 2001—03), донъя (1997—98, 2002), Европа (1997, 2003), Рәсәй (1999, 2000, 2002, 2004) чемпионаттарының һәм Рәсәй кубоктарының (1999, 2000) көмөш призёры, Рәсәй чемпионатының (1998) һәм Рәсәй кубогының (1997) бронза призёры, студенттар араһында Донъя кубогын яулаусы (2002). 56 кг тиклем ауырлыҡтағы категорияла ятып штанга күтәреү б‑са Европа һәм Рәсәй рекордсыһы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1997—2005). 

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке