МӨХӘМӘДЙӘР Мәхмүт (1497— 1552), төрки шағиры. Ҡазан ханлығында йәшәй, Мөхәммәт-Әмин хан кәшәнәһенең күҙәтсеһе була. Юғары этик мотивтар, ғәҙеллек һәм патриотизм рухы м‑н һуғарылған “Төхфәи Мәрдан” (1540; “Ир-егеттәрҙең һәләте”), “Нуры Содур” (1542; “Йөрәктәрҙең нуры”) һәм “Нәсихәт” (?) әҫәрҙәре авторы. Әҫәрҙәре башҡорттар араһында ла таралған булған (Башҡортостанда уның әҫәрҙәренең 3 күсермәһе табылыуы билдәле).

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1‑се т. Өфө, 1990; Мөхәммәдьяр һәм аның чоры. Казан, 1997. 

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке