МӨФТИЕВ Рәил Менәүер улы (19.11.1968, Өфө), спортсы. Шай‑ балы хоккей б‑са Рәсәйҙең халыҡ- ара класлы спорт мастеры (1993). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1994). “Салауат Юла‑ ев” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.М.Полицинский). “Са‑ лауат Юлаев” (1986—97, 1998— 99, 2000—01) һәм “Северсталь” (Череповец ҡ.) хоккей клубтары өсөн уйнай. Халыҡ‑ара Хоккей федерацияһы кубогын яулаусы (1994), СССР (1986) һәм РСФСР (1985) халыҡтары Спартакиадаларының көмөш призёры, Милләт‑ара хоккей лигаһы (1995—96) һәм Рәсәй (1997, 2001) чемпионаттарының бронза призёры, халыҡ‑ара “Известия” (“Хәбәрҙәр”) гәз. призына турнирҙар еңеүсеһе (1992—93). Үҫмерҙәр араһында СССР чемп. (1984—85). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1992—94). 2006 й. алып “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ының тренер‑уҡытыусыһы. 

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке