МӨЛӨКОВ Рөстәм Миңлерәүеф улы (16.7.1971, Өфө), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (2001) артисы. 1991—93 йй. — “Мираҫ” бейеү фольклор ансамбле, 1997 й. алып Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Характерлы бейеүсе; башҡарыу оҫталығы юғары техника һәм тәьҫирлелек м‑н айырылып тора. Репертуарында “Бөркөтостан”, “Гаучо”, “Гөлнәзирә”, “Дуҫлыҡ”, “Еҙ үксә”, “Ете ырыу”, “Зарифа”, “Төньяҡ амурҙары”, “Һунарсы” (ҡара: “Перовский”) һ.б. бейеүҙәр.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке