АҠҺАРЫ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Мораптал а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Мораптал т. юл ст. Т. табан 4 км алыҫлыҡта, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында, Туғыҙтимер й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.  Халҡы: 1920 й. — 459 кеше; 1939 — 369; 1959 — 241; 1989 — 160; 2002 — 335; 2010 — 321 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Һыуын‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары нигеҙ һала, 1786 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Бесәнсе, Күсәк, Күскилде, Күсәрбай, Әлибай, Мөхәмәтрәхим Аҡһариндар иҫәпкә алынған. Шулай уҡ Асҡар, Туғыҙтимер Ямы булараҡ теркәлгән. 1795 й. 10 йортта 52 кеше йәшәгән, 1866 й. 78 йортта — 351 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. А. 67 йортта 447 кеше йәшәгән (мәсет, һыу тирмәне билдәләнгән); Аҡһары а. 24 йортта — 116 кеше (тирмән булған); Аҡһары утарында 8 йортта — 48 кеше. 20 б. 20‑се йй. алып бергә иҫәпкә алыналар.

А.М.Нәсибуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.