МӨЛӨКОВ Әнүәр Бәхти улы [25.8. 1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Супты а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 8.1.2004, ш. уҡ райондың Саҡмағош а.], педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1963). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БДУ‑ны тамамлаған (1958). 1941 й. алып Саҡмағош р‑нының Рапат тулы булмаған мәктәбендә, 1945 й. — Яңы Ҡото урта мәктәбендә (1953 й. башлап дир.) эшләй, 1971—85 йй. 1‑се Саҡмағош урта мәктәбе директоры. Ленин (1971), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. 

Р.М.Арыҫланов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке