МӨҠСИНОВ И.Ш. ИСЕМЕНДӘ‑ ГЕ ЯҢАУЫЛ ГИМНАЗИЯҺЫ. 1938 й. крәҫтиән йәштәре мәктә‑ бе (1929 й. асыла) базаһында 2‑се тулы булмаған урыҫ урта мәктәбе булараҡ асыла, 1948 й. алып 2‑се урта мәктәп, 1992 й. — 2‑се мәктәп-гимназия, 1998 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 2000 й. И.Ш.Мөҡсинов исеме бирелә. 3 компьютер класы, китапханаһы, тамаша, спорт, бейеү һәм уҡыу залдары, логопедия, мед., стоматология, методика, соц.-психологик хеҙмәт, мультимедиа, хеҙмәтләндереү эше кабинеттары, хәрби һәм хеҙмәт даны музейы, уҡыу оҫтаханалары бар. 1953 й. башлап уҡыу йортон 5 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2013), улар араһында Э.Х.Ғәйфуллина, Мөҡсинов, М.Б.Ямалов. Гимназия бинаһына Мөҡсиновҡа (2000) һәм Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ваҡытында һәләк булған И.Н. Дәүләтшинға (2002) арналған мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. 

Р.М.Саҙретдинова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке