МӨҘӘРИСОВА (Нуретдинова) Нурия Ғәлихан ҡыҙы (7.11.1963, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Иҫәнбай а.), спортсы. Ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1999). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1994). “Содовик” спорт клубы һәм РОСТО спорт‑техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (икеһе лә — Стәрлета‑ маҡ ҡ., тренеры М.З.Мөҙәрисов). Европа (2 тапҡыр, 1995), СССР (4 тапҡыр, 1988—90), РСФСР (1986; 3 тапҡыр, 1987 һәм 1988; 1990— 91), Рәсәй (2 тапҡыр, 1992; 1994) һәм РСФСР халыҡтары Спартакиадаһы (1986, 1990) чемп., Европа (1992; 2 тапҡыр, 1994; 3 тапҡыр, 1995), СССР (5 тапҡыр, 1988—1991), РСФСР (1983; 2 тапҡыр, 1985; 1986; 1988—89; 2 тапҡыр, 1990; 1991) һәм Рәсәй (5 тапҡыр, 1992—95) кубоктарын яулаусы, Европа чемпионатының көмөш һәм бронза призёры (1994), Европа кубоктарының көмөш призёры (1992, 1994), СССР, РСФСР һәм Рәсәй чемпионаттарының күп тапҡыр көмөш һәм бронза призёры. СССР (1987—1991), Рәсәй (1992—95) йыйылма командалары ағзаһы. 

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке