МӨҘӘРИСОВ Миңлеғәли Закир улы (23.2.1947, БАССРҙың Кушнаренко рны Үгеҙ а.), тренер. Ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр бса РСФСРҙың атҡ. тренеры (1989) һәм бөтә Союз категориялы судья (1983), биатлон бса СССРҙың спорт мастеры (1971). БРҙың атҡ. физик культура хеҙмре (2006). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура интын тамамлаған (1976). “Динамо” физкультураспорт йәмғиәте (Новосибирск ҡ.; тренеры И.Н.Овчинников), “Хеҙмәт” ДСОһы (Өфө; тренеры М.С.Алсынбаев) тәрбиәләнеүсеһе. Патрулдәр уҙышында СССР чемпионатының (1975) һәм биатлон бса шәхси ярышта РСФСР халыҡтары Спартакиадаһының (1974) көмөш призёры. 1978 й. алып ДОСААФ Башҡн өлкә комтының биатлон һәм ғәмәлихәрби күпбәйгеләр бса тренеруҡытыусы, 1980 й. — өлкән тренеруҡытыусы, 1995 й. башлап ғәмәли-хәрби күпбәйгеләр бса респ. спорттехник клубы нач. (Стәрлетамаҡҡ.), бер үк ваҡытта 1988—89 йй. биатлон бса СССР ДОСААФының ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы тренеры, 1994—2003 йй. йәйге биатлон бса РФ РОСТО йыйылма командаһының өлкән тренеры, 2004 й. алып Стәрлетамаҡ физик культура техникумының спорт ҡоролмалары мөдире, 2009 й. — биатлон бса респ. СДЮШОРында тренеруҡытыусы (Өфө). Тәрбиәләнеүселәре араһында Г.В.Александренко, Р.Р. Ғарифуллин, Л.И.Дюпина, О.А.Качалкова, Н.Ғ.Мөҙәрисова, ш. уҡ 30ҙан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. Рәсәйҙең Ғәмәли күпбәйгеләр һәм йәйге биатлон федерацияһының тренерҙар советы рәйесе (1995—2003). 

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке