“МӨҒЛИФӘ”, 1) башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр С.Ғәбәши 1932—34 йй. Баймаҡ р‑ны Темәс а. Һөйөмбикә Кулибаеванан яҙып ала һәм “Башҡорт халҡ йырҙары” (1935) йыйынтығында баҫтыра. Варианттарын А.С.Ключарёв, Л.Н.Лебединский, Ғ.З.Сөләймәнов яҙып ала. Лирик‑бейеү характерындағы йыр. Унда Мөғлифә исемле ҡыҙҙың егәрле, һылыу һәм аҡыллы булыуы маҡтала. Йыр ҡабатланып килгән ике муз. һөйләмдән торған периодик формалы. Сағыу интонациялы һәм ритмлы көйҙөң нигеҙендә — түбән квартаға һикерештәргә бай мажор пентатоникаһы. Башҡарыусылар араһында А.М.Айытҡолов, Дилмөхәмәтовтар. Йырҙы К.Й.Рәхимов хор һәм фп. өсөн, Ф.З.Яруллин тауыш һәм фп. өсөн эшкәрткән. 2) Яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ башҡарыуындағы башҡ. бейеүе. Проф. сәхнәлә тәүге тапҡыр 20 б. 40‑сы йй. башында Б.Ә.Йосопова башҡарыуында фольклор вариантта күрһәтелә. 1939 й. Ф.Ә.Ғәскәров Х.Н.Мағазова өсөн ш. уҡ исемле бейеү ижад итә. Йомшаҡ аҙымдар, еңел әйләнеүҙәр һәм тыпырлау, ҡулдарының һығылмалы хәрәкәттәре м‑н бейеүсе йөн иләгән ҡыҙ образын тыуҙыра. 1945 й. Т.Ш.Хоҙайбирҙина бейеүгә классик хореография элементтарын индерә. Иң билдәле башҡарыусылар Ф.С.Гәрәева, Р.М.Хәзиева.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974; Н а г а е в а Л.Н. Танцы восточных башкир. М., 1981.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Нотная запись песни

Текст на русском языке