МӨБӘРӘКОВА Гөлли Арыҫлан ҡыҙы (9.9.1936, Өфө), актриса. СССР‑ҙың (1990) һәм РСФСР‑ҙың (1981) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1975) һәм БАССР‑ҙың (1969) атҡ. артисы. Проф. (1993). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961). А.Ҡ.Мөбәрәковтың ҡыҙы. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; Б.В.Бибиков, О.И.Пыжова курсы) БАДТ актрисаһы, 1996—97 йй. баш реж., бер үк ваҡытта 1968—2008 йй. ӨДСА‑ла уҡыта.

Көслө рухлы, тәрән психологизмға һәм юғары сәхнә оҫталығына эйә актриса. М. ижадының төп йүнәлеше — трагедия жанры: Пальмира (“Мөхәммәт” — “Магомет”, Вольтер), Нәркәс һәм Зөмрәт (“Нәркәс”, И.Х.Йомағолов), Алиман [С.Т.Айытматовтың “Әсә яланы” (“Материнское поле”) повесы б‑са Л.В.Вәлиевтең “Әсә, Ер‑әсә” спектакле], Гөлнәзирә һәм Екатерина II (“Салауат. Өн аралаш ете төш”, М.Кәрим), Медея (Еврипидтың ш. уҡ исемле трагедияһы) һ.б. Айырыуса “Ай тотолған төндә” спектаклендәге һәм “В ночь лунного затмения” к/ф (Свердловск к/ст, 1978) Тәңкәбикә, Ә.М.Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” спектаклендәге Хафаса кеүек психологик яҡтан ҡатмарлы образдарында М. оло трагедия юғарылығына өлгәшә. Актрисаның репертуары башҡа төрлө пландағы ролдәргә лә бай: Ольга (“Эҙләнеү йылдары” — “Годы странствий”, А.Н.Арбузов; дебют, 1960), Сәрүәр (“Башмағым”), Мәҙинә (“Йәйәүле Мәхмүт”), Оло инәй (“Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ”; икеһе лә — М.Кәрим), Оксана (“Эскадра һәләкәте” — “Гибель эскадры”, А.Е.Корнейчук; Урыҫ драма театры). Башҡорт драма театрында И.Ғ.Юзиевтең “Һөйгәнемдең тыуған көнө” (1987), Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Һәҙиә” (1991), З.А.Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт” (2001) әҫәрҙәре б‑са спектаклдәр ҡуя. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1976). Почёт (2012), Халыҡтар дуҫлығы (2016), Салауат Юлаев (2007) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Гюлли Мубарякова: жизнь и творчество=Гөлли Мөбәрәкова: тормошо һәм ижады. Уфа, 2014.

Һ.С.Сәйетов

Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке