МӨБӘРӘКОВ А. МУЗЕЙЫ, Белорет р‑ны Асы а. урынлашҡан. 1994 й. Милли музей филиалы булараҡ ойошторола, 2006 й. алып Милли әҙәби музей филиалы. Музей фондында 300-ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. А.Ҡ. Мөбәрәковтың шәхси әйберҙәре, наградалары, фотографиялары, Д.Юлтыйҙың “Ҡарағол”, У. Шекспирҙың “Отелло” спектаклдәренән сәхнә костюмдары, Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы т‑да документтар һәм фото материалдары. 3 залда урынлашҡан экспозиция этнография предметтарынан, 20 б. 20‑се йй. театр афишаларынан, артистың тыуған ауылы һәм “Асы” шифаханаһы тарихын яҡтыртҡан материалдарҙан тора.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Текст на русском языке