МОХТАР (Мохтаров) Хәсән Баһауетдин улы (28.10.1901, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡамышлы а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Иҫке Ҡамышлы а., — 13.10.1963, Өфө), яҙыусы, тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1938). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1913 й. алып “Тормош” (Өфө), “Азад Себер” (Омск ҡ.), “Октябрский натиск” (ҡара: Өфө полиграфкомбинаты) һ.б. типографияларҙа эшләй; 1931 й. “Үктәбер” (“Ағиҙел”) ж. хеҙм‑ре, 1932 й. башлап башҡ. телендә китаптар нәшер итеү б‑са мөхәррир‑контролёр (Ҡазан), 1937 й. — полиграфистарҙың фабрика-завод уҡыусылары мәктәбенең инструктор-корректоры, 1940—53 йй. Башҡ‑н китап нәшриәте мөхәррире. “Тәүге ударсы лар” исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1933 й. сыға. “Дауыл алдынан” (1935; урыҫса тәржемәһе, 1957) повесында эшселәр араһындағы революцион рухтың үҫеше, Беренсе донъя һуғышы йылдарындағы үҫмер етемдәрҙең яҙмышы һүрәтләнә. Балалар өсөн яҙылған “Юғалған чертёждар” (1940), “Урманда” (1948) мажаралы повестар авторы. М.Горькийҙың “Челкаш” (1939), Дж.Свифттың “Гулливер лилипуттар илендә” (1935), А.П.Чеховтың “Футлярҙағы кеше” (1953) һ.б. әҫәрҙәрҙе башҡ. теленә тәржемә иткән. Өфөлә М. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 1961— 1975. 

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке