“МОТОРЭШЛӘҮСЕ” Ө М Э П Б  м әҙә н и ә т  һ а р а й ы. 1969 й. асыла. 850 урынлыҡ тамаша залы, 60 урынлыҡ лекция залы, түңәрәк эштәре өсөн бүлмәләр, грим бүлмәһе, кафеһы бар. Мәҙәниәт һарайында 14 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы һәм 8 ҡыҙыҡһыныу буйынса клуб эшләй: “Байрам” бейеү ансамбле (ҡара: “Майҙан”), “Раздолье” урыҫ йыры хоры (1943 й., 1961 й. алып “халыҡ” исемен йөрөтә; етәксеһе — БРҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙмре Л.И.Богатырёва), “Сувенир” йәштәр урыҫ халыҡ инструменттары ансамбле (1991 й., 1997 й. алып “халыҡ”; етәксеһе — Н.Е.Баязитова), “Сулпан” башҡ. вокаль-эстрада студияһы (1999 й., 2005 й. алып “халыҡ”; етәксеһе — Р.Р.Хисмәтуллина), тынлы музыка ҡоралдары оркестры (1945 й., 1980 й. алып “халыҡ”; етәксеһе — БРҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙмре С.В.Шабрин), “Подснежник” балалар хореография ансамбле (1972 й., 1988 й. алып “өлгөлө”; етәкселәре — Э.В.Найденко, И.Р. Ғәлимйәнов), “Виртуоз” заманса эстрада балеты студияһы (2011; етәксеһе — Г.Ф. Ҡоҙаярова) һ.б. Мәҙәниәт һарайында йыл һайын кактустар һәм миләүшәләр күргәҙмәһе үткәрелә

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке