МОСТАФИНА-НИҒМӘТУЛЛИНА (Мостафина) Флүрә Миңлейәр ҡыҙы (16.12.1941, БАССРҙың Благовар рны Өйҙөрәкбаш а.), актриса. БАССРҙың халыҡ (1990) һәм атҡ. (1979) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1969). Өфө сәнғәт учщеһын (1964; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) тамамлағандан һуң 2006 й. тиклем Салауат драма театры актрисаһы, бер үк ваҡытта 1989—2001 йй. — Салауат музыка колледжында, 2006—10 йй. Салауат ҡ. Сәнғәт үҙәгендә уҡыта. Актриса ижадында лирик-драматик башланғыс, ролдәрҙе ентекләп өйрәнеүгә ынтылыш, көнкүреш алымдары аша тулы художестволы образ аса белеү оҫталығы асыҡ сағыла. Төп ролдәре: Клава (“Туй көнө” — “В день свадьбы”, В.С.Розов; дебют, 1965), Сажиҙә (“Еҙнәкәй”, Х.К.Ибраһимов), Ҡарлуғас (Б.Бикбайҙыңш. уҡ исемле драмаһы), Ғәлимә (М.Ғафуриҙың Ҡара йөҙҙәр” повесы бса Ғ.Әмириһәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле инсценировкаһы), Кәләш (“Ҡанлы туй” — “Кровавая свадьба”, Ф.Гарсия Лорка). Майнур роле (“Йәшенле ямғыр”, З.Ҡ.Атнабаева) иң күренекле ролдәренең береһе. 

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.