МОСТАФИНА Фатима Хәмит ҡыҙы [26.12.1913, Һамар губ. Николаевск өйәҙе Диңгеҙбай а. (Һамар өлк. Оло Чернигов р‑ны) — 2.11.1998, Өфө], педагог, дәүләт-партия эшмәкәре. Филос. ф. канд. (1950). РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1960), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1968), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1957). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1945), КПСС ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. (Мәскәү, 1950) тамамлаған. 1933 й. алып Белорет район-ара совет-партия мәктәбе уҡытыусыһы, ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы, пионерҙар секторы мөдире, 1939 й. башлап Өфө мәктәпкәсә йәштәге пед. уч‑щеһы уҡытыусыһы, 1942—44 йй. ВЛКСМ‑дың Өфө ҡ. Молотов район ком‑тының 1‑се секретары, ВЛКСМ Башҡ‑н өлкә ком‑тының 1‑се секретары, 1951 й. алып КПСС Башҡ‑н өлкә ком‑тының фән һәм юғары уҡыу йорттары бүлеге мөдире, 1955 й. — БАССР‑ҙың мәғариф министры, 1971—80 йй. Милли мәктәптәр ҒТИ‑ның Башҡ‑н филиалы өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни хеҙмәттәре республикала мәғариф тарихына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РСФСР ЮС‑ы Президиумының 5‑се саҡырылыш ағзаһы, БАССР ЮС‑ының 4‑се, 6— 7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1960), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфө гимназияһы №20 М. исемен йөрөтә.

Х е ҙ м.: Расцвет народного образования в Башкирской АССР. Уфа, 1968; Развитие всеобщего среднего образования в Башкирской АССР (1917—1978 гг.). Уфа, 1979. Әҙәб.: Ырғыҙ ҡыҙы: Фатима Мостафина тураһында иҫтәлектәр. Өфө. 2013; А л м а е в Р.З. Школьное образование в Башкирской АССР: история, достижения, традиции. Уфа, 2008; А м и н о в Т.М. Нескучная классика, или Ф.Х. Мустафина как исследователь историко-педагогических и современных проблем системы образования в Башкирской АССР. Уфа, 2013. 

Р.З.Алмаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке