МОСТАФИН Рәйес Пётр улы (2.4. 1960, Өфө ҡ.), спортсы. Мотоспорт б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987), Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2012). Башҡ. физик культура ин‑тын тамамлаған (2007). ДОСААФ‑тың респ. спорт‑техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.М.Загурский, В.П.Чапало). СССР команда чемпионаттарының еңеүсеһе (1985—86) һәм көмөш призёры (1984, 1988). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1984—90). 2003 й. алып боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са Ғ.Ҡадиров ис. техник спорт төрҙәре үҙәгенең өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 2005 й. башлап Рәсәй йыйылма командаһы тренеры. 

Н.А.Ермоленко

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.