МОСТАФИН Йәмил Мостафа улы [20.5.1927, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Яңы Уҫман а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны)], яҙыусы. БССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1991). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971). Хәрби физик культура һәм спорт ин‑тын (Ленинград, 1950), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын (Мәскәү, 1962) тамамлаған. 1950—54 йй. Порт-Артур совет хәрби-диңгеҙ базаһында хеҙмәт итә, 1961 й. алып Мәскәүҙә: “Юный техник” (“Йәш техник”) ж. яуаплы секретарь, 1965 й. — “Совет Рәсәйе” нәшриәтендә хеҙм‑р, 1969—74 йй. РСФСР Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, 1980—90 йй. “Совет яҙыусыһы” нәшриәтендә өлкән мөхәррир. “Батырлыҡ” (“Подвиг”) исемле тәүге китабы 1969 й. сыға. “Юл” (“Дорога”; 1987) романы, “Күк төҫтө ал” (“Лови синий цвет”; 1979), “Күпер” (“Мост”; 1983), “Ут төртөүсе” (“Поджигатель”; 2007) һ.б. хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары авторы. Әҫәрҙәре башҡ. (Д.М. Бүләков, Ф.Ә.Иҫәнғолов һ.б.), инглиз, вьетнам, ҡытай һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. В.М.Исхаҡовтың “Ҡындан һурылды ҡылыстар” (1971) романын, И.Ә.Абдуллиндың һ.б. әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. РФ Яҙыусылар союзы идараһы секретары (2005—09). СССР Яҙыусылар союзы һәм Бөтә Союз проф. союздар үҙәк советы (1970), СССР‑ҙың нәшриәт, полиграфия һәм китап м-н сауҙа итеү эштәре б‑са Дәүләт комтының һәм комсомолдың ҮК (1972) пр., М.Н.Алексеев ис. (2000), С.Злобин ис. (2005), С.Михалков ис. (2015) пр. лауреаты. “Почёт Билдәһе” орд. (1987), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Эшелондар көнбайышҡа киткәндә: повесть һәм хикәйәләр. Өфө, 1974; Барый БАМ-ға бара: повесть, хикәйәләр. Өфө, 1984; Бешеная: рассказы. Казань, 2007. 

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.