МОСКВИН Кирилл Леонидович (4.1.1972, Өфө), спортсы. Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1998). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). БДПИ‑ны тамамлаған (1994). ӨДАТУ спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Э.Н.Нурмөхәмәтов, Р.С. Саяпов, В.Д.Чистонов). Донъя (1997, 2000), БДБ Универсиадаһы (1994, 1996) чемп., Рәсәй кубогын яулаусы (1995—99), донъя чемпионатының бронза призёры (2002); профессионалдар араһында донъя (2003), Европа һәм Рәсәй (икеһе лә — 2000) чемпионы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1994—2002). 

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.