МОСИЕВИЧ Борис Михайлович (21.5.1921, Украина ССР‑ы Коростень ҡ. — 28.3.1981, Калининград ҡ., Өфөлә ерләнгән), тренер. Ауыр атлетика б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1961) һәм бөтә Союз категориялы судья (1956). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1947 й. алып БАССР ХКС‑ы эргәһендәге Физик культура һәм спорт эштәре ком‑тының уҡыу-спорт бүлеге өлкән инспекторы, 1952 й. — “Спартак” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы, 1963—64 йй. — “Локомотив” ДСО‑һының, бер үк ваҡытта 1947 й. башлап БАССР‑ҙың Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең ауыр атлетика б‑са тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында В.М.Агибалов, Г.Л.Аферин, В.Г.Вагин, Е.И.Гирко, Р.Л.Ханов, ш. уҡ 10‑дан ашыу СССР спорт мастеры. БАССР‑ҙың Ауыр атлетика федерацияһы рәйесе (1965 й. алып). 

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.