МОРТАЗИНА Шәүрә Муса ҡыҙы (22.7.1925, Мәскәү — 22.2.2002, шунда уҡ), режиссёр. РСФСР‑ҙың (1970) һәм БАССР‑ҙың (1955) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1952). М.Л.Мортазиндың ҡыҙы. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1948; А.М.Лобанов, И.Я.Судаков курсы) 1972 й. тиклем БАДТ реж., бер үк ваҡытта 1962— 66 йй. — Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1968—70 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта, режиссура һәм актёр оҫталығы каф. мөдире. М. ижади алымы сәхнә әҫәрҙәренең бөтә компоненттарын камиллыҡҡа еткереүгә ынтылыуы м‑н айырылып тора, ул актёрҙар м‑н эшләүгә ҙур иғтибар бүлеп, ижади ансамблдең бөтөнлөгөнә ирешә. Башҡорт драма театры сәхнәһендә Г.С.Берёзконың әҫәрҙәре б‑са “Оло мөхәббәт” (“Великая любовь”; 1948, дебют), Ә.М.Мирзаһитовтың “Утлы өйөрмә”, И.Ә.Абдуллиндың “Бер мөхәб‑ бәт яҙмышы”, Н.Асанбаевтың “Рәйсә”, А.Х.Абдуллиндың “Онотма мине, ҡояш!”, “Ай тотолған төндә” спектаклдәрен ҡуя. Пьесаның стилен һәм жанрын нескә тойоу, образдарҙың пластик хәл ителешен дөрөҫ ҡороу айырыуса урыҫ һәм сит ил классиктары әҫәрҙәрендә тулыһынса сағыла: У.Шекспирҙың “Хәйләкәр бисәләр” (“Виндзорские насмешницы”), “Ромео һәм Джульетта” (“Ромео и Джульетта”), “Макбет”, Дж.Лондондың “Урлау” (“Кража”), А.П.Чеховтың “Аҡсарлаҡ” (“Чайка”) һәм “Ваня ағай” (“Дядя Ваня”); Воль‑ терҙың “Мөхәммәт” (“Магомет”), Д.Х.Лоусондың “Ҡунаҡ бүлмәһендәге мөғжизәләр” (“Чудеса в гостиной”) пьесаһы б‑са “Бер ғаилә яҙмышы” спектаклдәре СССР‑ҙа беренселәрҙән булып сәхнәләштерелә. Опера һәм балет театры сәхнәһендә “Дауыл” операһын ҡуя. Уҡыусылары араһында С.С.Акимова, Ю.М.Карманов, В.В.Прибылов, РФ‑тың халыҡ артисы Е.В.Смирнов, атҡ. артистары Р.А.Устинова һәм Ә.Х.Шәрипова. РСФСР‑ҙың К.С.Станиславский ис. Дәүләт пр., Ғ.Сәләм ис. пр. (икеһе лә — 1967) лауреаты. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955). Өфөлә М. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: К у с и м о в а С.Г. Путь к вершинам мастерства. Уфа, 2007. 

Д.Н.Байтирәкова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.