МОРТАЗИН Рәүеф Әхмәт улы [15.1. 1910, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Темәс а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 10.4. 1994, Өфө], композитор. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1957). Композиторҙар союзы ағзаһы (1940). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1927— 30 йй. Башҡ. сәнғәт техникумында (Д.Л.Сазонов класы) уҡыған, Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһын (1947; В.А.Белый, Г.И.Литинский, Е.О.Месснер һәм Ю.М.Яцевич класы) тамамлаған. 1926 й. алып Башҡ. драма театры оркестры музыканты, 1930 й. — Баймаҡ баҡыр иретеү з‑ды тынлы оркестрының художество етәксеһе, 1934— 36 йй. Баймаҡ һәм Стәрлебаш колхоз‑совхоз театрҙарының музыка бүлеге мөдире, 1947 й. башлап БАССР Мәҙәниәт министрлығының фольклор кабинеты мөдире, 1951—57 йй. Башҡ. музыка уч‑щеһында уҡыта, бер үк ваҡытта 1947—66 йй. БАССР Композиторҙар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары. Музыкаһы сағыу милли колорит, фольклор интонацияларын ҡулланыу м‑н айырылып тора. Әҫәрҙәре араһында: “Азат” (Б.Бикбай либреттоһы, 1948), “Дауыл” опералары, симфониялар (1952, 1957, 1963, 1970, 1976, 1980, 1984), Увертюра (1947), Байрам симфониеттаһы (1951), Оркестр м‑н скрипка (1954) һәм торба (1987) өсөн концерттары. Скрипка, виолончель һәм фп. өсөн триола (1944), Виолончель һәм фп. өсөн сюитала (1967), Фортепиано өсөн квинтетта (1976) һәм триола (1986), оркестр өсөн һәм инструменталь пьесаларҙа, хор әҫәрҙәрендә композиторҙың лирик һәләте асыҡ сағыла. Башҡ. һәм урыҫ шағирҙары шиғырҙарына 150‑нән ашыу йыр һәм романс, 250‑нән ашыу, ш. иҫ. “Абдрахман кантон”, “Азамат”, “Ашҡаҙар”, “Бейеш”, “Ғайса ахун”, “Ғилмияза”, “Ялан йыры”, башҡ. халыҡ йырына эшкәртмәләр, “Совет Башҡортостаны” (“Советская Башкирия”, 1950; Х.Ф.Әхмәтов м‑н авторҙ.) к/ф музыка авторы. М. 300‑ҙән ашыу халыҡ йырын һәм инструменталь көйөн яҙып алып нотаға һала. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1990). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955, 1971).

Х е ҙ м.: Яңы йырҙар. Өфө, 1969; Йырҙар һәм романстар. Өфө, 1982.

Әҙәб.: А т а н о в а Л.П. Рауф Муртазин. Уфа, 1967; Е л о в с к а я Н. Пути развития башкирской симфонической музыки (симфонизм Р.Муртазина) //Вопросы искусствоведения. Уфа, 1983; Е л о в с к а я Н.А., Ф а й з у л л и н а Л.М. Опера Рауфа Муртазина “Буря”. Уфа, 1997.

Ғ.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.