МОРТАЗИН М. МУЗЕЙЫ, Учалы р‑ны Көсөк‑Маяҡ а. урынлашҡан. 1991 й. М.Л.Мортазиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторола. 1993—2005 йй. Милли музей филиалы, 2006 й. хәҙ. статусын ала. Музей фондында 600‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге бар, ш. иҫ. Мортазиндың тормошон һәм эшмәкәрлеген сағылдырған шәхси әйберҙәр, фото һәм документаль материалдар, “Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре Граждандар һуғышында” (“Башкирия и башкирские войска в Граж‑ данскую войну”) китабының күсермәһе, шәхси ҡултамғаһы һәм мисәте м‑н “Ҡыҙыл Армия командиры” бланкыһы, Мортазиндар ғаиләһенең мебеле һ.б.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.