МОРТАЗИНВладислав Львович (19.8.1963, Өфө), органсы, пианист. БРҙың халыҡ (2009), БССРҙың атҡ. (1991) артисы. М.Ғ.Мортазинаның улы. ӨДСИне (1986; В.Н. Монастырский класы), Швейцарияның Лозанна (1993; К.Който класы), Женева (1997; Ф.Делор класы) ҡҡ. консерваторияларын тамамлаған. 1986— 89 йй. — Мәскәү (орган класы бса етәксеһе Н.Н.Гуреева, фп. бса — Т.П.Николаева), 1998—2000 йй. Тулуза (етәксеһе Т.Дюссо) консерваторияларында стажировка үтә. 1988— 92 йй. һәм 2001 й. алып ӨДСИлә уҡыта, бер үк ваҡытта 1988 й. башлап Башҡ. филармонияһы солисы, 1994—98 йй. “Рибопьер институты” юғары музыка мәктәбендә (Лозанна) уҡыта. Беренсе башҡ. органсыһы. Башҡарыу сәнғәтендә Европа традицияларына таяна. М.органсы репертуарында И.С.Бах, Н.Брунс, А.Вивальди, Ш.М.Видор, А.Корелли, Ф.Лист, В.А.Моцарт, И.Пахельбель, М.Регер әҫәрҙәре, И.И.Хисаметдинов эшкәртеүендәге башҡ. халыҡ көйҙәре; М.пианистыҡында Ф.Шопен, Ф.Шуберт, Ф.Лист, С.В.Рахманинов, П.И.Чайковский әҫәрҙәре. А.Ә.Абдразаҡов, А.М.Айытҡолов, Р.Р.Ҡарабулатов, Е.В.Образцова һ.б. мн сығыш яһай. Рәсәй һәм донъяның 11 иле буйлап гастролдәрҙә була. “Башҡортостан” ДТРКнда “Орган сәйәхәттәре” (“Органные путешествия”; 2005 й. алып), “Владислав Мортазин менән музыкаль осрашыуҙар” (“Музыкальные встречи с Владиславом Муртазиным”; 2006 й. алып) тапшырыуҙары циклының авторы һәм алып барыусыһы. Башҡортфилармонияһында Халыҡ-ара камера һәм орган музыкаһы фестивален (2002 й. алып) һәм “Владислав Мортазиндың музыкаль салоны” (“Музыкальный салон Владислава Муртазина”; 2002 й. алып), “Орган залында йәйге кистәр” (“Летние вечера в органном зале”; 2003 й. алып) концерт циклдарын үткәреүҙең инициаторы. Сәнғәт академияһында клавесин (2003) һәм орган (2008) кластарын, “Милли концерт антрепризаһы” БРҙың орган сәнғәтен үҫтереү фондын (2005) ойоштора. Бөтә Рәсәй пианистар (Өфө, 1985), органсылар (Мәскәү, 1989) конкурстары лауреаты.

Ф.Ф.Закирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.