МОРОЗОВ Валерий Георгиевич (14.8. 1944, Өфө — 23.11.2006, шунда уҡ), дирижёр, баянсы, педагог. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1988). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1963; Ф.М.Сиражитдинов класы), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тының Өфө уҡыу‑консультация пунктын (1971; В.Ф.Беляковтың баян класы, П.А. Дегтяренконың дирижёрлыҡ итеү класы) тамамлаған. 1963 й. һәм 1966 й. алып Салауат музыка уч‑щеһында (1970— 74 йй. уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире), 1975—2006 йй. ӨДСА‑ла (1986— 90 йй. вокаль‑оркестр ф‑ты деканы) уҡыта. 1983—90 йй. ӨДСИ‑нең “Туған моңдар” (“Родные напевы”) урыҫ халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле составында сығыш яһай. Уҡыусылары араһында Саха Респ. атҡ. сәнғәт эшмәкәре К.А.Герасимов, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре В.А. Жирнов, РФ‑тың атҡ. артисы П.А. Цокало. Салауат музыка колледжының симфоник оркестрын ойоштора (1973). “Маэстро” Респ. йәш дирижёрҙар конкурсын булдырыу инициаторы һәм ойоштороусыһы (2002 й. алып). Халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау мәсьәләләре б‑са 34 фәнни-методик хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Произведения Ю.Н.Шишакова в репертуаре баянистов //Баян и баянисты: сб. ст. М., 1977. Вып. 3 (авторҙ.).

Әҙәб.: Морозов Валерий Георгиевич //В творческом поиске: сб. материалов. Уфа, 2000.

Р.Г.Сәғәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.