МОРОЗКИНА Евгения Александровна (28.11.1953, Өфө), әҙәбиәт белгесе, тәржемәсе. Филол. ф. д‑ры (1996), проф. (1998). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). ЛДУ‑ны тамамлаған (1977). 1983 й. алып БДУ‑ла уҡыта: 2000—01 йй. — Башҡ-н эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге акад. сит телдәр каф., 2008 й. башлап лингводидактика һәм тәржемә ғилеме каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге АҠШ әҙәбиәтен өйрәнеүгә һәм тәржемә итеү проблемаларын тикшереүгә арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Творчество Теодора Драйзера и литературное развитие США на рубеже ХIX—XX веков. Уфа, 1994; Формирование “южного” романа в литературе США: творчество У.Г.Симмса. Уфа, 1997; Художественные модели “бессознательного” в литературе США начала XX века. Бирск, 2006.

Р.Б.Әхмәҙиев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке