МОРАТШИН Риф Вәли улы (10.1. 1943, БАССРҙың Учалы рны Мулдаш а.), баянсы. РФтың атҡ. артисы (2002), БАССРҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1977). Өфө сәнғәт учщеһын (1970; Е.Л.Смирнов класы), ӨДСИне (1985; З.Ғ.Исмәғилев класы) тамамлаған. 1960 й. алып Учалы рнының Иманғол а. клубы мөдире, 1961—62 йй. Учалы район мәҙәниәт йорто баянсыһы, 1965—66 йй. художество етәксеһе. 1970 й. башлап Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең баянсыконцертмейстеры (1974 й. уның эргәһендә оркестр ойоштора), 1994 й. — художество етәксеһе, дир. вазифаһын башҡарыусы, 1996 й. — муз. етәксеһе, 2005 й. — музыка бүлеге мөдире. Әҫәрҙәре араһында Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыуға арналған “Байрам увертюраһы” (2007), “Һа бантуй” фантазияһы (2007); “Бөркөтостан”, “Ҡыр ҡаҙҙары”, “Ҡурай сәскә ата”, “Ҡоралай”, “Ҡурай моңо”, “Бисура”, “Шаян ҡыҙҙар” һ.б. бейеүҙәргә музыка бар. Башҡ. (“Азамат”, “Еҙүксәһ.б.), татар (“Яҙғы ташҡын”, “Уйна, гармун”), урыҫ (“Урал бейеүе” — “Уральская плясовая”, “Болон һыҙғыртҡысы” — “Утушка луговая” һ.б.), украин (“Гопак”), испан (“Андалузия кистәре” — “Андалузские вечера”), аргентин (“Гаучо”), американ (“Кантри”) бейеүҙәренә 90дан ашыу халыҡ көйҙәре эшкәртмәләре авторы. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (1985); Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре ансамблдәре, халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре смотры дипломанты (1978; икеһе лә — Мәскәү).  

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.