МОРАТ (Моратов) Төхфәт Фәттәхетдин улы (21.1.1906, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Ишембәт а. — 27.12.1944, Латвия ССР‑ы Будэниске а. янында), шағир. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1927 й. алып “Башкнига” ширҡәте мөхәррире, “Үктәбер” (ҡара: “Ағиҙел”) ж. хеҙм‑ре, 1936— 41 йй. Хәйбулла р‑нының Аҡъяр башҡ. урта мәктәбендә уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са дир. урынбаҫары. Тәүге әҫәрҙәре 20‑се йй. уртаһынан “Башҡурдистан” (ҡара: “Башҡортостан”), “Башҡортостан йәштәре” һ.б. гәз. баҫтырыла. “Арғужа” йыры мотивтары б‑са яҙылған “Шәрәфи ҡасҡын” (әҫәр һаҡланмаған, ҡайһы бер бүлектәре 1930 й. һәм 1935 й. “Үктәбер” ж. баҫтырыла) тарихи повесы авторы. Б.В. һуғышы йылдарында яҙылған шиғырҙары “Йыр сафта ҡала” (1960), “Окопта яҙылған шиғырҙар” (1975) йыйынтыҡтарына индерелә. В.Г.Короленконың “Йүнһеҙҙәр йәмғиәтендә” (“В дурном обществе”; тәрж. 1935) повесын башҡ. теленә тәржемә иткән. Башҡ. фольклоры ҡомартҡыларын йыйыу һәм өйрәнеү м‑н шөғөлләнгән, башҡ. теленең аңлатмалы һүҙлеген төҙөгән (ҡулъяҙма ТТӘИ‑нең тел бүлегендә һаҡлана). Шиғырҙарына комп. И.И.Дилмөхәмәтов тарафынан йырҙар ижад ителгән, айырым шиғри әҫәрҙәре Д.Д.Хәсәншиндың “Бөйөк рядовой” (1975) операһында ҡулланылған. Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән (1944). Йылайыр р‑нының Юлдыбай а., Хәйбулла р‑нының Аҡъяр а. урамдары М. исеме м‑н аталған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Хуш бул!: шиғырҙар, поэма. Өфө, 2006.

Әҙәб.: В а х и т о в Ф.Н. Незаживающие ожоги сердца //Аҡ аманат — һалдат хаттары= Письма огненных лет. Уфа, 2005.

                                                                                                       М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. М.Х.Нәҙерғолов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.