АҠТҮБӘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Муса а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 12 км һәм Ҡарлыман т. юл. ст. К.‑Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта Эләңке й. (Өршәк й. басс.) буйында, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 224 кеше; 1939 — 342; 1959 — 237; 1989 — 110; 2002 — 243; 2010 — 103 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Өфө өйәҙе Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр һәм мишәрҙәр Яңы Илтуған исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 78 кеше теркәлгән. 20 б. 20‑се йй. тиклем А. халҡы Илтуған а. м‑н бергә иҫәпләнгән. 1920 й. А. (Яңы Илтуған) исеме м‑н иҫәпкә алынған.

А.Н.Абдуллин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.С.Мөфтәхетдинова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018