МОРАПТАЛ УРТА МӘКТӘБЕ, Көйөргәҙе р‑ны Яңы Мораптал а. урынлашҡан. 1919 й. мәҙрәсә базаһында 1‑се баҫҡыс мәктәбе асыла, 1928 й. алып крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1935 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. хәҙ. статусын ала, 1988 й. Б.Бикбай исеме бирелә. Иҫке Мораптал һәм Яҡут аа. филиалдары эшләй. Китапханаһы, та‑ маша залы, компьютер класы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, уҡыу оҫ‑ таханаһы бар. Урта мәктәпте 2,2 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2013), улар араһында Б.Бикбай, Ә.Т.Бикҡолова, М.Ғ.Ҡужаҡов, Ғ.С.Әлмөхәмәтов. Мәктәп бинаһына Б.Бикбайға (1999) һәм Чечнялағы хәрби хәрәкәттә һәләк булған Т.С.Сәйҙәлиевкә (2007) арналған мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған; мәктәп ихатаһында Б.Бикбай һәйкәле бар (2011). 

Р.В.Әлмөхәмәтов, Р.Ғ.Дәүләтбаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке