МОР Сергей Ярославович (2.7.1969, Каркаралинск ҡ.), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). Урал физик культура акад. тамамлаған (2005). 1997—2004 йй. “Ирбис” спорт клубы, Юғары спорт оҫталығы мәктәбе һәм Уҡыу-күнекмәләр үҙәге №464 (тренерҙары А.А.Ефимов, Б.И. Шейко) өсөн сығыш яһай. Донъя (1997—98, 2000—01), Европа (2000—01), Азия (1996) һәм Рәсәй (1998, 2000—01, 2003) чемп., Рәсәй кубоктарын яулаусы (1997—2000), донъя чемпионатының көмөш призёры (1999), Европа (1998) һәм олимпиадаға ҡарамаған спорт төрҙәре б‑са Бөтә донъя уйындарының (2001) бронза призёры, студенттар араһында Донъя кубогын яулаусы (2003). Ятып штанга күтәреү б‑са Европа рекордсыһы, 82,5 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында ятып штанга күтәреү, стан тартыу, приседание һәм өсбәйгелә 22 тапҡыр Рәсәй рекордсыһы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1997—2003). 

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.