МОЛОДЦОВ Геннадий Порфирьевич (22.9.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Михайловка а. — 8.9. 1983, Өфө), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1966). Стәрлетамаҡ уҡытыусылар ин‑тын тамамлаған (1954). 1948 й. алып Ғафури р‑нының Ҡормантау тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыта, 1954—68 йй. Софья тулы булмаған урта мәктәбе директоры. “Минең һуҡмағым” (“Моя тропинка”) исемле тәүге китабы 1959 й. сыға. “Тоғролоҡ” (“Верность”; 1964), “Ете сәскә” (“Семицветие”; 1971), “Ҡайтыу” (“Возвращение”; 1983) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. Б.Бикбай, Р.Й.Ғарипов, Ҡ.Даян, С.Ҡудаш һ.б. башҡ. шағирҙарының әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән.

М.Ғ.Рәхимҡолов

Тәрж. Ф.С.Фазылова

Текст на русском языке