МОЛЕКУЛАЛАР ҺӘМ КРИСТАЛДАР ФИЗИКАҺЫ ИНСТИТУТЫ. 1988 й. СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Физика бүлеге булараҡ СССР ФА БФ‑тың Физика һәм математика бүлеге (1971 й. нигеҙләнгән) базаһында ойошторола, 1994 й. алып РФА‑ның Өфө ФҮ-нең Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин-ты. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: физика өлкәһендә фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр, ш. иҫ. био‑ логик актив матдәләр молекулаларының электрон төҙөлөшөн, биопо‑ лимерҙарҙы һәм фуллерендарҙы, арауыҡ-ваҡыт дисперсияһы булған мөхиттәрҙә тигеҙ булмаған ауырлыҡтағы структур әүерелештәрҙе, түбән температуралы плазмала күп атомлы кире иондарҙың барлыҡҡа килеү һәм тарҡалыу процестарын өйрәнеү. Институт составында 7 лаб., “Молекуляр системалар физикаһы” ғилми- белем биреү үҙәге (БДПУ, БДУ, ӨДАТУ м‑н берлектә) бар. 39 ғилми хеҙм‑р араһында — 11 фән д‑ры һәм 23 фән канд. (2014). 3 һөнәр б‑са аспирантура, докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау советы эшләй. Институт ғалимдары тарафынан ультратауыш диапазонының тотороҡһоҙ ағымдарында матик булмаған шыйыҡ кристалл молекулаларының түбән йышлыҡлы әйләнеше эффекты тикшерелә; по‑ лимерҙарҙа заряд тотороҡһоҙлоғо, баҫым м‑н индукцияланған электронлы күсеү, ферромагнетик—органик материал структураһында гигант магнит ҡаршылығы, йылытыу һөҙөмтәһендә диэлектрик—металл фазалы күсеше табыла; локаль әйләнә динамикаһын (химик реакцияларҙың элементар акттары кинетикаһын анализлау өсөн файҙаланыла) иҫәпкә алған Грин функциялары өсөн сынйырҙарҙы ысҡындырыу ысулы тәҡдим ителә; магнит тарафынан тәртипкә килтерелгән кристалдарҙың фотомагнит үҙенсәлектәрен өйрәнеү ысулдары эшләнә; кире иондарҙың масс-спектрометрияһы ысулы, микротулҡынлы лаб. әҙерләү спектрометры һ.б. уйлап табыла. 2005 й. алып 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. монографиялар һәм ғилми йыйынтыҡтар, нәшер ителгән. Институт ғалимдары БР ФА, РФА ғилми ойошмалары һәм үҙәктәре, БР, РФ, АҠШ, Белоруссия, Венгрия, Германия юғары уҡыу йорттары һәм институттары һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Физика һәм математика бүлеге мөдирҙәре: В.С.Әүжәнов (1971 й. алып), В.И.Хвостенко (1980 й. алып); дир.: Хвостенко (1988 й. алып), В.А.Мазунов (1996 й. алып), Е.С.Шиховцева (2007 й. алып).

Е.С.Шиховцева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.