МОҠАМАЙ Бәҙрүш [ысын исеме Мөхәмәтйәнов Бәҙретдин Мөхәмәтйән улы; 5.10.1909, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡайыш а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 20.9.1944, Даугавпилс ҡ. янында], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1939). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1931 й. Шишмә р‑нында уҡыта, 1932 й. “Йәш коммунар” һәм “Ленинсы” гәз. сектор мөдире, 1933—41 йй. (өҙөклөк м‑н) “Ярыш” (ҡара: “Юлдаш. Вести”) гәз. хеҙм‑ре. Тәүге шиғырҙары 20‑се йй. аҙ. — 30‑сы йй. башында “Яңа авыл” (“Яңы ауыл”; ҡара: “Ҡыҙыл таң”), “Әҙәби удар” гәз. баҫтырыла. “Шиғырҙар” исемле тәүге китабы 1939 й. сыға. “Урал егете” (1943) китабына ингән әҫәрҙәре патриотлыҡ, фашизмды тиҙ арала еңеүгә ышаныс м‑н һуғарылған. Тыуған ауылында М. исеме м‑н урам аталған, Дүртөйлө ҡ. редакцияһы фойеһында һәм Ҡайыш а. клубы бинаһында мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Х е ҙ м.: Линарияға хаттар: Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында окоптарҙа яҙылған ҡыҫҡа хикәйәләр, иҫтәлектәр, шиғырҙар, пьеса һәм хаттар. Өфө, 1984.

Әҙәб.: Бәҙрүш Моҡамай //Йыр сафта ҡала. Өфө, 1960. 

 С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке