МИШКӘ ЛИЦЕЙЫ №1, Мишкә р‑нында урынлашҡан. 1877 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ-мари) булараҡ асыла, 1923 й. алып крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1934 й. — 1‑се урта мәктәп, 2009 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 2017 й. Ф.М.Бүләков исеме бирелә. Китапханаһы, тамаша залы, уҡыу-тәжрибә участкаһы, автокласы, 2 автомашинаһы бар. Уҡыу йортон 5,5 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2013), улар араһында Бүләков, Ю.А.Калиев, Р.Т.Ниғмәтуллин. Лицей бинаһына Бүләковҡа арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2017).

Ә.В.Сәфәров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке