АҠТУҒАНОВ Мәхмүт Сафа улы [25.12.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) Яңы Сәфәр а. — 25.1.1971, Ленинград], Советтар Союзы Геройы (1943). Майор. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби пехота уч‑щеһын тамамлаған (Боровичи ҡ., 1956). 1942 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. сент. башлап Брянск, Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армия 77‑се гвардия уҡсылар див. 221‑се гвардия уҡсылар полкының танкыға ҡаршы ҡорал тоҫҡаусы гвардия кесе сержанты А. 1943 й. 28 сент. Белорус ССР‑ы Комарин а. төньяҡтараҡ Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды киңәйткәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1969 й. отставкала. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943). Мишкә р‑ны Мишкә а. урамға А. исеме бирелгән.

Әҙәб.: Аргынбаев И. Он стоял насмерть //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.